Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан

Радий Хәбиров «Китап» нәшриәтенең 100 йыллығы һәм Яҙыусылар союзының 85 йыллығы тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы

7 Ноября 2019
19
0

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2019 йылда Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенең – 100, Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзының 85 йыллығына әҙерләнеү һәм уҙғарыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Тейешле указ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылды. Документҡа ярашлы, ойоштороу комитетын республика хөкүмәте вице-премьеры Фәнүр Йәғәфәров етәкләй. Ойоштороу комитеты юбилей саралары планын әҙерләргә һәм раҫларға, финанслау сығанаҡтарын билдәләргә тейеш.

Муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәренә мәҙәниәт, мәғариф учреждениеларында саралар ойошторорға, шағирҙарҙы, яҙыусыларҙы тантаналы ҡотларға тәҡдим ителде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, юбилей йылында Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзының бинаһы төҙөкләндерелде.

http://www.bashinform.ru/news/1374567-radiy-khabirov-podpisal-ukaz-o-100-letii-izdatelstva-kitap-i-85-letii-soyuza-pisateley/

Сығанаҡ: Башинформ

  • Радий Хәбиров «Китап» нәшриәтенең 100 йыллығы һәм Яҙыусылар союзының 85 йыллығы тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы